Милли проекттар
25 Сентябрь 2021, 06:30

Дауаны дөрөҫ билдәләргә ярҙам итәсәк

Стәрлетамаҡ ҡалаһының 1-се  клиник дауаханаһында Discovery RT компьютер томографияһы аппаратын файҙаланыуға тапшырҙылар.

Дауаны дөрөҫ билдәләргә ярҙам итәсәкДауаны дөрөҫ билдәләргә ярҙам итәсәк
Дауаны дөрөҫ билдәләргә ярҙам итәсәк

Стәрлетамаҡ ҡалаһының 1-се  клиник дауаханаһында Discovery RT компьютер томографияһы аппаратын файҙаланыуға тапшырҙылар. Тәүге тикшеренеүҙәр башланды ла инде.

Яңы ҡорамал элеккеләренә ҡарағанда байтаҡ өҫтөнлөктәргә эйә. Онкология сирҙәренә, пневмония башланыуына шик тыуғанда аппарат пациенттарҙы ентекле тикшерәсәк, аныҡ диагноз ҡуйырға ярҙам итәсәк.

– Өҫтәүенә ул сифатлы һүрәттәр алырға һәм тикшереү ваҡытын ҡыҫҡартыу һөҙөмтәһендә  нурланыш дозаһын кәметергә булышасаҡ. Ҡорамал “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының “Онкология сирҙәре менән көрәш” төбәк проектына ярашлы алынды, – ти дауахананың баш табибы Андрей Палтусов.

Компьютер томографияһы төрлө сирҙәрҙе диагностикалауҙа киң ҡулланыла. Был ысулдың мәғлүмәтлеге һәм һүрәттәренең юғары сифатлы булыуы табиптарға хирургик йәиһә терапия патологияһы барлығын аныҡ асыҡларға һәм тәьҫирле дауа билдәләргә ярҙам итә.

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарына ярашлы, һаулыҡ һаҡлау тармағы алдында торған ошо бурыстарҙы тормошҡа ашырырға кәрәк: хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен кәметеү, шулай уҡ яман шештәрҙән үлем күрһәткестәрен (100 мең кешегә 185 сир осрағына тиклем) аҙайтыу, сабыйҙар үлемен ҡыҫҡартыу (бер мең яңы тыуған сабыйға 4,5 промиллегә тиклем) һәм һәр кемдең тәүге медицина ярҙамынан файҙаланыу мөмкинлектәрен арттырыу.

 Инновациялы медицина технологияларын, шул иҫәптән,   пациенттың сәләмәтлегенә иртә диагностика һәм дистанцион мониторинг системаһын индереү, тармаҡта берҙәм дәүләт мәғлүмәт системаһы нигеҙендә медицина ойошмаларының үҙ-ара берҙәм эшмәкәрлеге механизмдарын булдырыу – көн ҡаҙағындағы бурыстарҙың береһе.

 ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

 

 

Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.

 

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас