

Ишембай районында алдынғыларҙың береһе булған "Павлов С.В." крәҫтиән (фермер) хужалығы 2015 йылдың авгусында ойошторолған. Ул, герефорд тоҡомло һыйыр малын үрсетеп, ит өсөн һимертеүҙән тыш, ҡатнаш аҙыҡ етештереү маҡсатында иген дә үҫтерә.
Быйыл Сергей Вячеславович, "Ғаилә фермаларына ярҙам" программаһы буйынса конкурс үтеп, дәүләт гранты юллауға өлгәшкән. 12,5 миллион һум аҡса ферманы үҫтереүгә һәм киңәйтеүгә, һуғым цехы төҙөүгә, үҙйөрөшлө сапҡыс, иген сәскес һәм герефорд тоҡомло 100 йәш тана алыуға тотоноласаҡ.
"Ғаилә фермаларына ярҙам" программаһы Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарында билдәләнгән "Эшҡыуарлыҡ" милли проектына, шулай уҡ "Фермерҙарға ярҙам системаһы һәм ауыл кооперацияһын үҫтереү" төбәк проектына ярашлы тормошҡа ашырыла.
#ВладимирПутин #национальныепроекты #нацпроекты
#региональныепроекты #регпроекты #нацпроектыБашкортостан
Фото: Ишембай мәғлүмәт-консультация үҙәге.