Милли проекттар
26 Сентябрь 2021, 04:00

Булгаков ауылы ҙурайғандан-ҙурая

Республиканың Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы белдереүенсә, был ҙур тораҡҡа үҙенә ярашлы инфраструктура талап ителә.

Булгаков ауылы ҙурайғандан-ҙураяБулгаков ауылы ҙурайғандан-ҙурая
Булгаков ауылы ҙурайғандан-ҙурая

Өфөнән 35 километр алыҫлыҡта ятҡан Булгаков ауылы һуңғы йылдарҙа тағы ҙурайҙы. Быға йылдан-йыл Яңы Булгаков ауылының үҫеүе булышлыҡ итә.

Алдан күҙалланыуынса, ҡасаба халҡы 25 – 30 мең кешегә етер тип көтөлә. Әйткәндәй, ошондай һандағы кеше Шишмә ҡасабаһында йәшәй. Республиканың Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы белдереүенсә, был ҙур тораҡҡа үҙенә ярашлы инфраструктура талап ителә.

Булгаков ауылындағы 4,56 миллион һумлыҡ эштәр Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы нигеҙендә барлыҡҡа килгән “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының “Уңайлы ҡала мөхитен формалаштырыу” программаһы аҡсаһы ярҙамында атҡарылған. “ТД Ресурс” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте майҙа эш башлаған.

Проектҡа ярашлы юлдарға асфальт түшәлергә, эскәмйәләр, сүп-сар һауыттары ҡуйылырға, ташлы фонтан монтажланырға, яҡтылыҡ менән тәьмин ителергә тейеш булған. Бынан тыш, туҡталҡалар йыһазландырылған, биләмәлә ҙур ағастар ултыртылған, газон түшәлгән. Паркта хәүефһеҙ япмалы уйын майҙансығы төҙөлгән.

Фото: БР Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы.

#ВладимирПутин #национальныепроекты #нацпроекты
#региональныепроекты #регпроекты #нацпроектыБашкортостан 

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас