Милли проекттар
26 Сентябрь 2021, 05:30

Халыҡтың ситкә китеүен нисек кәметергә?

Сара барышында ауыл биләмәләре етәкселәре етди мәсьәләнең сәбәптәре тураһында фекер алышты.

Халыҡтың ситкә китеүен нисек кәметергә?Халыҡтың ситкә китеүен нисек кәметергә?
Халыҡтың ситкә китеүен нисек кәметергә?

Салауат районының Малаяҙ ауылында миграция мәсьәләләре буйынса зона кәңәшмәһе булып үтте. Уға ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры урынбаҫары Юрий Мельников  етәкселек итте. Республиканың төньяҡ-көнсығыш райондары вәкилдәре халыҡтың ситкә китеү проблемаһы буйынса фекер алышты.

Кәңәшмәлә Салауат районы хакимиәте башлығы Марс Кашапов, Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының миграция сәйәсәтен координациялау бүлеге начальнигы Нина Вишневская, Стратегик тикшеренеүҙәр институтының фәнни эш буйынса директор урынбаҫары  Әлфиә Кузнецова, төп ғилми хеҙмәткәр Гөлдәр Әхмәтова һәм башҡа рәсми вәкилдәр ҡатнашты.

Сара барышында  ауыл биләмәләре етәкселәре етди мәсьәләнең сәбәптәре тураһында фекер алышты. Был зонаға ингән райондарҙа 2020 йылда һәм 2021 йылдың тәүге яртыһында халыҡтың күпләп ситкә китеүе күҙәтелгән. Шуның менән бәйле, халыҡтың кәмеүенә юл ҡуймау, кешеләрҙең башҡа тарафтарға ағылыуын кәметеү буйынса етди саралар күреү талап ителә.  Мәсьәлә киҫкен, аныҡ эш кәрәк.

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарына ярашлы, 2024 йылға ил үҫешенең төп маҡсаттарын тәьмин итергә кәрәк. Уларҙың араһында - халыҡ һанын арттырыу, граждандарҙың тормош кимәлен күтәреү. Шуларҙың араһында иң мөһиме – сабыйҙар үлемен бер мең яңы тыуған сабыйға 5,5 осраҡтан 2024 йылға 4,5 осраҡҡа тиклем кәметеү. Рәсәй Президентының ошо указдарына ярашлы, ҡатын-ҡыҙҙарҙың мәшғүллегенә ярҙам итеү, мәктәпкәсә йәштәге балаларҙы тәрбиәләү өсөн шарттар тыуҙырыу, граждандарҙы сәләмәт тормошҡа йәлеп итеү системаһын яйға һалыу “Демография” милли проектының нигеҙен тәшкил итергә тейеш.  Тап ошо милли проектҡа ярашлы, балалар тәрбиәләгән ғаиләләрҙең тормош сифатын күтәреү һәм даими ярҙам күрһәтеү буйынса маҡсатҡа ярашлы эш алып барыла.

“Демография” милли проектының  “Өлкән быуын” федераль  проектына ярашлы, ололарҙың  тормош сифатын яҡшыртыу, социаль яҡлау буйынса ҙур бурыстар тора. Милли проектты тормошҡа ашырыу барышында өлкәндәрҙең медицина хеҙмәтләндереүенән файҙаланыу мөмкинлеген  һәм сифатын арттырыу  ҡаралған.

ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты

#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: БР Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы.

 

 

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас