Милли проекттар
26 Сентябрь 2021, 04:45

Ике меңдән ашыу кеше тикшереү үтте

"Рентген ауырыуҙа үпкә сиренә шик тыуғанда тәғәйенләнә, ә флюорография – иҫкәртеү ысулы", – ти дауахананың баш табибы Денис Ғәбәүетдинов.

Ике меңдән ашыу кеше тикшереү үттеИке меңдән ашыу кеше тикшереү үтте
Ике меңдән ашыу кеше тикшереү үтте

“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына һәм һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын яңыртыу төбәк программаһына ярашлы, Иҫәнғол үҙәк район дауаханаһына “Ренекс-Флюоро” рентген аппараты алынды һәм монтажланды.

– Үпкәгә рентген үткәреү флюорографияны алыштырыусы сифатлы тикшереү сараһы ул. Флюорография кешегә радиация тәьҫиренең бик түбән булыуы менән айырыла, әммә үпкәгә яһалған рентген тикшереүе менән сағыштырғанда уның нурланышы кәмерәк. Рентген ауырыуҙа үпкә сиренә шик тыуғанда тәғәйенләнә, ә флюорография – иҫкәртеү ысулы, – ти дауахананың баш табибы Денис Ғәбәүетдинов.

Яңы аппаратта юғары категориялы табип, табип-рентгенолог  Дамир Атнағолов эшләй.Уның эш стажы – 37 йыл. Ике меңдән ашыу пациент яңы ҡорамалда тикшереү үтергә өлгөргән дә инде. Йыл башынан республика дауаханаларына 17 флюорография комплексы ҡуйылған.

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май“ указдарына ярашлы, 2024 йылға ил үҫешенең төп маҡсаттарына өлгәшергә кәрәк. Шуларҙың араһында халыҡ һанын арттырыу, граждандарҙың тормош сифатын яҡшыртыу, иҡтисадҡа һәм социаль өлкәгә  һанлы технологияларҙы индереү мөһим бурыстарҙың береһе булып тора.

”Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының төп маҡсаты – хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен,  ҡан әйләнеше сирҙәренән, ямаш шештәрҙән үлем осраҡтарын  кәметеү, инновацион медицина технологияларын индереү, шул иҫәптән пациенттар сәләмәтлеген  иртә диагностикалау һәм дистанцияла мониторинг үткәреү алымдарын ҡулланыу. Һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге эвеноһын яңыртыу программаһы маҡсаты – сифатлы һәм һәр кем файҙаланырлыҡ медицина ярҙамы күрһәтеү, шул иҫәптән төпкөлдә, бәләкәй тораҡтарҙа йәшәгән халыҡ өсөн.

ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас