

Башҡортостандың Урман хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, Дүртөйлө районында “Йәшел Башҡортостан” һәм “Урманды һаҡлайыҡ” акцияһы үтте. Район хакимиәтенән сараны ойоштороусылар әйтеүенсә, экологик өмәләр барышында Ағиҙелдең уң яҡ яры тәртипкә килтерелгән. Унда Дүртөйлө ҡалаһындағы ойошмаларҙан һәм учреждениеларҙан 150-нән ашыу кеше ҡатнашҡан. 3,5 тоннаға яҡын сүп-сар йыйып алынған.
– “Урманды һаҡлайыҡ” акцияһы нигеҙендә ҡала һәм район Советы депутаттары ГУФСИН һәм “Росреестр”ҙың Дүртөйлө бүлеге хеҙмәткәрҙәре ҡатнашлығында бер гектар ергә дүрт мең төп шыршы үҫентеһе ултыртты, – тине Урмансылыҡтар идаралығының Дүртөйлө урмансылығы буйынса бүлеге етәксеһе Нәзиф Мансуров. – Өмәлә башҡа ҡатнашыусылар урманды тәртипкә килтерҙе. Улар 50 ҡапсыҡ сүп-сар йыйҙы. Эш тамамланғас, барыһын да тәмле бутҡа һәм ҡайнар сәй менән һыйланылар.
Мәғлүм булыуынса, “Урманды һаҡлайыҡ” Бөтә Рәсәй акцияһы Башҡортостанда быйыл 23 сентябрҙә башланғайны. Уның бурысы – урманды янғандарҙан һуң тергеҙеү, һауа һәм климат шарттарының “йәшел ҡалҡан”ға кире йоғонтоһон кәметеү. Сара Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Экология” милли проектының “Урмандарҙы һаҡлау” федераль проектына ярашлы тормошҡа ашырыла.
#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото: https://forest.bashkortostan.ru/presscenter/news/396987/
Сығанаҡ: https://srk.nationalpriority.ru/press_releases/157070