Милли проекттар
27 Сентябрь 2021, 12:30

Меңдән ашыу объект ремонтланасаҡ

Илдең 84 төбәгенә өҫтәмә рәүештә 30 миллиард һум аҡса бүленде. Был төбәктәр араһында Башҡортостан да бар.

Меңдән ашыу объект ремонтланасаҡМеңдән ашыу объект ремонтланасаҡ
Меңдән ашыу объект ремонтланасаҡ

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы нигеҙендә барлыҡҡа килгән “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проектын тормошҡа ашырыуға илдең 84 төбәгенә өҫтәмә рәүештә 30 миллиард һум аҡса бүленде. Был төбәктәр араһында Башҡортостан да бар.

Федераль ярҙам нигеҙендә ил буйынса дөйөм оҙонлоғо ике мең километрҙан ашҡан бер меңдән ашыу объект ремонтланасаҡ. Башҡортостанға, Рәсәй Хөкүмәте ҡарарына ярашлы, 178 миллион һум аҡса бүленә. Был суммаға республикала 22, 495 километр оҙонлоҡтағы төбәк һәм муниципаль әһәмиәтендәге 14 объект ремонтланасаҡ. Улар араһында Бүздәк – Саҡмағош – Дүртөйлө, Иглин районында М-5 “Урал” – Оло-Теләк, Илеш районында М-7 “Волга” – Яңы Ҡот, Ҡалтасы районында Дүртөйлө – Нефтекама юлдары һәм башҡалар бар. Улар –  республика өсөн әһәмиәтле юлдар, сөнки һәр береһе бер нисәшәр ауыл һәм ҡаланы тоташтыра.

Әлеге ваҡытта был объекттарҙың күбеһе тамамланыу өҫтөндә. 13 урында эште 31 октябрҙә тамамлау планлаштырыла. Иҫке Балтас – Асҡын юлы 2023 йылда сафҡа инәсәк.

Ошо милли проект буйынса эштәрҙе  финанслауға Башҡортостан быйыл бөтәһе 1,7 миллиард һум алды. Был аҡсаға йыл аҙағына саҡлы 242 объект норматив хәлгә килтереләсәк.

Фото: bashinform.ru.

 #ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

  

Автор:Рәшит Кәлимуллин
Читайте нас