Милли проекттар
27 Сентябрь 2021, 09:30

“Рәхәтләнеп ял итергә урын булды”

Үрге Ҡыйғы ауылында “Йәштәр аллеяһы” асылды.

“Рәхәтләнеп ял итергә урын булды”“Рәхәтләнеп ял итергә урын булды”
“Рәхәтләнеп ял итергә урын булды”

Башҡортостандың Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, ошо көндәрҙә Ҡыйғы районының Үрге Ҡыйғы ауылында “Йәштәр аллеяһы” асылды. Объект Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” федераль программаһы нигеҙендә төҙөкләндерелде.

Подряд ойошмаһы быйылғы төҙөлөш миҙгелендә әүҙем эшләне. Аллеяға ингән ерҙә төндә янып торған ике яҡлы электр сәғәте эленде, ауыл халҡы рәхәтләнеп ял итһен өсөн 20 эскәмйә ҡуйылды. Интеллектуаль ял өсөн ҙур ағас һындар менән шахмат таҡтаһы яһанылар, сувенирҙар, бал, канцелярия тауарҙары, икмәк-ҡалас ризыҡтары, Ҡыйғы районы символикаһы сағылған кейем-һалым һатыу өсөн күсмә павильондар асылды.

– Ҡыйғы районы ошондай күркәм, төҙөк йәмәғәт биләмәһе өсөн милли проектҡа рәхмәт әйтә. Хәҙер ауылдаштарыбыҙға буш ваҡытын уҙғарыу, ял итеү өсөн урын бар, – тине объектты асыу тантанаһында район хакимиәте башлығы Зөһрә Гордиенко.

#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: https://house.bashkortostan.ru/presscenter/news/396065/

Сығанаҡ: https://srk.nationalpriority.ru/press_releases/156962  

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас