Милли проекттар
28 Сентябрь 2021, 11:30

Балалар заманса технологяларҙы өйрәнә

Мүзәк урта дөйөм белем биреү мәктәбендә күптән түгел “Үҫеш нөктәһе” асылды.

Балалар заманса технологяларҙы өйрәнәБалалар заманса технологяларҙы өйрәнә
Балалар заманса технологяларҙы өйрәнә

Краснокама районы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Мәғариф” милли проектының “Заманса мәктәп” федераль проекты нигеҙендә Мүзәк урта дөйөм белем биреү мәктәбендә күптән түгел тәбиғи-ғилми һәм технологик йүнәлештәге “Үҫеш нөктәһе” асылды. Балалар яңы ҡорамалдарҙы өйрәнеп, уларҙы дәрестә һәм дәрестән һуңғы эшмәкәрлектә әүҙем файҙалана башланы.

“Йәш физик” программаһы буйынса уҡыусылар ҡыҙыҡлы тәжрибә үткәрәләр. Классик үлсәү сараларын (динамометрҙар, амперметрҙар, вольтметрҙар) һәм һанлы приборҙарҙы (үлсәүҙәр, секундомерҙар), датчиктарҙы үҙләштереү ҙур әһәмиәткә эйә, сөнки йәштәр физик дәүмәлдәрҙе үлсәргә, һанлы лаборатория алымдарын өйрәнә, үлсәү ҡулайламаларының эш принцибы менән таныша.

“Үҫеш нөктәһе” үҙәге ауыл ерендә йәшәгән балаларға заманса технологияларҙы өйрәнергә булышлыҡ итә.

 

#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

 

Фото: https://srk.nationalpriority.ru/press_releases/157801

Сығанаҡ: https://srk.nationalpriority.ru/press_releases/157801

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас