

Конкурс комиссияһы ҡарарына ярашлы, Өфө дәүләт нефть техник университетының “Приоритет-2030” программаһында ҡатнашыуы хупланған.
27 сентябрҙә Рәсәйҙең фән һәм юғары мәғариф министры Валерий Фальков ТАСС-та барған матбуғат конференцияһы ваҡытында “Приоритет-2030” стратегик академик лидерлыҡ программаһына университеттарҙы һайлау һөҙөмтәләре менән таныштырған.
Рәсәй Фән һәм мәғариф министрлығы “Приоритет-2030” программаһына Рәсәй Федерацияһының 49 төбәгенән 106 университетты һайлап алған. Вуздарҙың 60 проценты – төбәктәрҙән. 28-е генә - Мәскәүҙә, 11-е Санкт-Петербургта урынлашҡан. Тағы 67 вуз – 47 төбәктән. Был барлыҡ ойошмалар гранттың төп өлөшөн – 100 миллион һум – аласаҡ.
Өфө дәүләт нефть техник университетының үҫеш программаһы энергия ресурстарын табыуға, транспортлауға, ҡайтанан эшкәртеүгә, халыҡ тормошо сифатын күтәреү кеүек һорауҙарға яуаптарҙы туплаған.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, “Приоритет-2030” – университеттар үҫеше һәм дәүләт ярҙамы өсөн киң масштаблы программа. Уның маҡсаты – 2030 йылға тиклем Рәсәйҙә 100-ҙән ашыу заманса университет формалаштырыу. Был иһә Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указы нигеҙендә барлыҡҡа килгән “Фән” милли проекты маҡсаттарының береһе.
Фото: ok.ru
#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан