Милли проекттар
28 Сентябрь 2021, 03:30

Фатир асҡыстарын аласаҡтар

Башҡортостан Республикаһындағы проблемалы объекттар буйынса саралар планына ярашлы, Өфөләге Глинки урамындағы 5-се йорт (“Д” секцияһы) һәм Ферин урамындағы 15/1-се йорт төҙөлөшө тамамланды.

Фатир асҡыстарын аласаҡтарФатир асҡыстарын аласаҡтар
Фатир асҡыстарын аласаҡтар

Өфөләге “Төҙөүсе” акционерҙар йәмғиәтенең ике проблемалы йорто сафҡа инде.  

Башҡортостан Республикаһындағы проблемалы объекттар буйынса саралар планына ярашлы, Өфөләге Глинки урамындағы 5-се йорт (“Д” секцияһы) һәм Ферин урамындағы 15/1-се йорт төҙөлөшө тамамланды. Уларҙы “Төҙөүсе” акционерҙар йәмғиәте сафҡа индергән. Ике объект буйынса ла яраҡлылыҡ буйынса ҡарар ҡабул ителгән һәм файҙаланыуға тапышырыу өсөн рөхсәт алынған.

 – Башҡортостанда алданған өлөшсөләр хоҡуҡтарын тергеҙеү буйынса эш дауам итә. “Төҙөүсе” акционерҙар йәмғиәте йорттарын республика көсө менән төҙөп бөтә алдыҡ, - тип хәбәр итте республиканың төҙөлөш һәм архитетура министры урынбаҫары Артем Ковшов. – Был маҡсатта төҙөүсегә 20 миллион һум күләмендә займ бирелде. Шулай итеп, үҙ ваҡытында ошо йорттарҙан торлаҡ алған 57 граждан яҡын арала үҙ фатирҙарының асҡыстарын ала башлаясаҡ.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Өфөләге Глинки урамындағы 5-се йорт (“Д” секцияһы) һәм Ферин урамындағы 15/1-се йорт төҙөлөшө 2014 йылда башланғайны. Асҡыстарҙы тапшырыу ваҡыты бер нисә тапҡыр кисектерелгәйне. Әле ике йорт та Берҙәм проблемалы йорттар реестрынан алынды. Был иһә Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указы нигеҙендә барлыҡҡа килгән “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты бурыстарын тормошҡа ашырырға булышлыҡ итә.

Фото: БР Төҙөлөш һәм архитектура министрлығы.

 #ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас