Милли проекттар
28 Сентябрь 2021, 10:30

Милли проект бурыстары нисек тормошҡа ашырыла?

Республика туғыҙ проекттың дүртәүһендә ҡатнаша.

Милли проект бурыстары нисек тормошҡа ашырыла?Милли проект бурыстары нисек тормошҡа ашырыла?
Милли проект бурыстары нисек тормошҡа ашырыла?

27 сентябрҙә Премьер-министр Андрей Назаров үткәргән Башҡортостан Хөкүмәте кәңәшмәһендә “Экология” милли проектының тормошҡа ашырылышы ҡаралды.

Андрей Назаров республиканың туғыҙ проекттың дүртәүһендә ҡатнашыуы хаҡында белдерҙе. Был – “Таҙа ил”, “Ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән комплекслы эш итеү”, “Уникаль һыу объекттарын һаҡлау” һәм “Урмандарҙы һаҡлау”  проекттары. Премьер-министр ҡайһы бер проекттар буйынса артта ҡалыу хаҡында әйтте.

- Әлегә ҡайһы бер проекттар һөҙөмтәлерәк түгел. Шулай итеп, “Ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән комплекслы эш итеү” төбәк проекты буйынса контрактация кимәле 60 проценттан саҡ ҡына ашыу. Дыуан районында сүп-сар айырыу цехы булған ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар полигонын файҙаланыуға тапшырыу ваҡыты оҙайтылды. Барлыҡ объекттарға контролде көсәйтергә кәрәк, - тине Премьер-министр.

Республиканың тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры Урал Искәндәровтың белдереүенсә, “Экология” милли проекты сиктәрендә министрлыҡ тарафынан өс проект - “Таҙа ил”, “Ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән комплекслы эш итеү”, “Һыу объекттарын экологик һауыҡтырыу” – тормошҡа ашырыла.

“Таҙа ил” проекты сиктәрендә Стәрлетамаҡ, Сибай, Баймаҡ, Дәүләкән, Благовещен һәм Күмертау ҡалалары сиктәрендә алты ҡаты-коммуналь ҡалдыҡтар өйөмөн бөтөрөү күҙаллана.

“Ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән комплекслы эш итеү” төбәк проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә республиканың төньяҡ-көнсығышында һәм Дыуан районында ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар һәм сүп-сар айырыу буйынса полигон төҙөү ҡаралған. Объект ағымдағы ай аҙағына тиклем файҙаланыуға тапшырыласаҡ. Был полигон республиканың был зонаһында ҡалдыҡтар йыйылған берҙән-бер полигон буласаҡ.

“Һыу объекттарын экологик һауыҡтырыу” төбәк проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә 2020 йылдан “Благовещен ҡалаһындағы Потеха йылғаһында быуаны экологик реабилитациялау” проекты буйынса эштәр алып барыла. Тағы “Гидрография өлкәһенең экологик хәлде яҡшыртыу” йүнәлеше буйынса “Республикалағы Яңы Михайловка һәм Нижегородка ауылдары эргәһендәге Дим йылғаһы буйын таҙартыу” сараһы тормошҡа ашырыла.

Андрей Назаров Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указы нигеҙендә барлыҡҡа килгән “Экология” милли проектының барлыҡ пункттарын ваҡытында һәм сифатлы тормошҡа ашырыу өсөн барлыҡ әйтелгән сараларҙы айырыуса контролдә тоторға ҡушты.

Фото: pravitelstvorb.ru
#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

 

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас