

Кушнаренко районы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Мәҙәниәт” милли проектына ярашлы, Сүлтөп ауылында иҫтәлекле ваҡиға – “Йәшә, ауыл!” байрамы үтте. Әйткәндәй, был сара күптән инде күркәм йолаға әүерелгән.
Уның барышында урындағы халыҡ өсөн ижади оҫталыҡ дәрестәре үткәрелде, уйындар ойошторолдо, йәрминкә булды. Балалар иһә рәсемдәр, ҡул эштәре, шиғырҙар конкурсында ҡатнашты. Район мәҙәниәт бүлеге хеҙмәткәрҙәре байрамға килгәндәрҙе сағыу концерт менән ҡыуандырҙы.
Мәғлүм булыуынса, сараны райондың иң әүҙем вәкилдәренең береһе, “Йәшә, ауыл!” байрамының инициаторы һәм авторы Ольга Самарина, Сүлтөптә тыуып үҫкән Калашниковтар ғаиләһе һәм Иҫке Ҡормаш ауыл Советы хакимиәте ойошторҙо.
“Кушнаренко районында атай-олатайҙарҙың йолаларын, халыҡтың мәҙәниәтен ҡәҙерләп һаҡлауҙары, тупланған тәжрибәне быуындан-быуынға тапшырыуҙары ҡыуаныслы. Сүлтөптә бындай байрам тәүге тапҡыр уҙғарылды. Ул ауылдаштарҙы, өлкән быуынды һәм йәштәрҙе берләштерҙе. “Йәшә, ауыл!” бынан ары Сүлтөптә яҡшы йолаға әүерелер, халыҡты күпләп йәлеп итер, тип ышанам”, – тине Кушнаренко районы хакимиәте вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Руслан Ғизәтуллин.
#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото: https://srk.nationalpriority.ru/press_releases/157713
Сығанаҡ: https://srk.nationalpriority.ru/press_releases/157713