

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Мәҙәниәт” милли проекты мәҙәниәт һәм сәнғәт ойошмаларының проект эшмәкәрлеген тормошҡа ашырып, гранттар конкурстарында әүҙем ҡатнашыуына булышлыҡ итә.
Бәләбәй районы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Бәләбәйҙәге үҙәк балалар китапханаһы Мәҙәни башланғыстар буйынса Президент фонды үткәргән гранттар конкурсында еңеүселәр иҫәбенә инде. Китапхана “Беҙ фантазерҙар һәм уйлап табыусылар” балалар уйын һәм ижад студияһы” тигән проектты тормошҡа ашырыуға 460110 һум аҡса ала.
Проект балаларҙың һәм үҫмерҙәрҙең ғилми-танып белеү һәм эксперименталь эшмәкәрлеген әүҙемләштереү маҡсатында белем биреү һәм үҫеш киңлеген булдырыуға йүнәлтелә. Ул быйыл 1 октябрҙән киләһе йылдың 1 апреленә тиклем дауам итә.
Балалар уйын һәм ижад студияһы уйындар, әңгәмәләр, шулай уҡ тәжрибәләр һәм төрлө эксперименттар ярҙамында йәштәрҙең ижади һәм интеллектуаль һәләтен үҫтереүгә булышлыҡ итәсәк. Грант аҡсаһына уйындар, конструкторҙар, ижад өсөн йыйылмалар һатып алыу күҙаллана.
“Балалар студияһындағы дәрестәр һәр баланың ижади һәләтен асырға, фантазияһын һәм фекерләү ҡеүәһен байытырға, буш ваҡытты файҙалы үткәрергә ярҙам итәсәк”, – тине директорҙың балалар менән эш буйынса урынбаҫары Флүрә Баһманова.
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан