

28 сентябрҙә Волга буйы федераль округының баш ҡалаһында ауылдарҙа һәм ҡалаларҙа урынлашҡан дөйөм белем биреү ойошмаларының “Үҫеш нөктәһе” тәбиғи-ғилми, технологик йүнәлешендәге “Үҫеш нөктәһе”, “Кванториум” техник парктары, “IT-куб”һанлы мәғариф үҙәктәре педагогтары өсөн форум эш башланы.
Түбәнге Новгород ҡалаһындағы өс көнлөк аралашыу, тәжрибә уртаҡлашыу марафонында Башҡортостан исеменән күп һанлы физика, химия, биология уҡытыусыларынан, “Үҫеш нөктәһе, “Кванториум”, “IT-куб” үҙәктәре муниципаль координаторҙарынан торған состав ҡатнаша. Волга буйы федераль округы делегаттары составында – республиканан 32 ҡатнашыусы, 30 муниципаль район, бер ҡала округы.
Сарала ҡатнашыусыларҙы Рәсәйҙең мәғариф министры урынбаҫары Татьяна Васильева сәләмләне, тип хәбәр итә республиканың Мәғариф һәм фән министрлығының матбуғат хеҙмәте. Форум сарала ҡатнашыусыларҙың фекер алышыуы, аралашыуы форматында үтәсәк. Әйткәндәй, тап бына ошондай саралар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указы нигеҙендә барлыҡҡа килгән “Фән” милли проекты бурыстарын тормошҡа ашырырға ярҙам итә.
Фото: БР Мәғариф һәм фән министрлығы.
#ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан