Милли проекттар
29 Сентябрь 2021, 09:45

Иҫке Ҡалмаштар был ваҡиғаны көтөп алды

Бында мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр өсөн дә уңайлы шарттар тыуҙырылған.

Иҫке Ҡалмаштар был ваҡиғаны көтөп алдыИҫке Ҡалмаштар был ваҡиғаны көтөп алды
Иҫке Ҡалмаштар был ваҡиғаны көтөп алды

Саҡмағош районы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Мәҙәниәт” милли проекты нигеҙендә Иҫке Ҡалмаш ауылында күптән көтөп алынған модель китапхана асылды.

Китапхана – заманса функциональ зоналары – интерактив 3D-4D панелдәре, музыка ҡоралдары ҡуйылған подиумы, медиасистема менән йыһазландырылған конференц-залы, ғаилә осрашыуҙары, арт-терапия зоналары, сенсор бүлмәһе булған ҙур белем биреү карабы ул. Бында мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр өсөн дә уңайлы шарттар тыуҙырылған.

“Мәҙәниәт” милли проекты сиктәрендә етенсе модель китапхананы асабыҙ, йыл аҙағына тиклем йәнә етәү сафҡа индереләсәк. Яңы быуын китапханаһы шәхестең үҫеше өсөн ысын лабораторияны тәшкил итә. Бында буш ваҡытты файҙалы итеп үткәреү өсөн яҡшы шарттар булдырылған”, – тине Башҡортостандың мәҙәниәт министры урынбаҫары Рәнис Алтынбаев объектты асыу тантанаһында. – Район халҡын һәм ҡунаҡтарҙы ошо уникаль китапхананы күрергә саҡырабыҙ. Уның ишеге барыһы өсөн дә асыҡ!”

 

#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

 

Фото: https://chekmagush.bashkortostan.ru/presscenter/news/396672/

Сығанаҡ: https://srk.nationalpriority.ru/press_releases/158516

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас