Милли проекттар
29 Сентябрь 2021, 09:15

Ике яҡ өсөн дә отошло

Өфө дәүләт нефть техник университеты ректоры Олег Баулин һәм “Электрозавод” акционерҙар йәмғиәтенең “Өфө трансформаторҙар заводы” бүлексәһе директоры Петр Камнев эшлекле осрашыу сиктәрендә хеҙмәттәшлек тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйҙы.

Ике яҡ өсөн дә отошлоИке яҡ өсөн дә отошло
Ике яҡ өсөн дә отошло

Өфө дәүләт нефть техник университеты ректоры Олег Баулин һәм “Электрозавод” акционерҙар йәмғиәтенең “Өфө трансформаторҙар заводы” бүлексәһе директоры Петр Камнев эшлекле осрашыу сиктәрендә хеҙмәттәшлек тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйҙы.

Генераль директорҙың хеҙмәткәрҙәр һәм ойоштороу үҫеше эше буйынса урынбаҫары Юлия Рокотянская “Электрозавод” акционерҙар йәмғиәте делегацияһына етәкселек иткән.

“Электрозавод” менән хеҙмәттәшлек итеү Өфө дәүләт нефть техник университетына Рәсәй биләмәһендә энергетика тармағы өсөн кадрҙар әҙерләүҙә флагмандарҙың береһенә әйләнәсәк”, - тип белдергән ӨДНТУ ректоры Олег Баулин.

“Ҡул ҡуйылған килешеү сиктәрендә энергетика тармағының төп йүнәлештәре буйынса кафедра базаһы, лабораториялар, корпоратив төркөмдәр, нефть университеты базаһы сиктәрендә уҡытыуҙың яңы программаларын ойоштороу планлаштырыла.

Өфө дәүләт нефть техник университетында белем алыусылар һәм уҡытыусылар өсөн “Өфө трансформаторҙар заводы” майҙансығында төрлө стажировкалар үткәреү ҡаралған. Ике яҡ та бергәләп ғилми-тикшереү эштәре һәм студенттар өсөн хакатондар үткәреү тураһында ҡыҙыҡһыныу хаҡында белдергән. Был иһә Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указы нигеҙендә барлыҡҡа килгән “Фән” милли проекты бурыстарын тормошҡа ашырырға булышлыҡ итәсәк.

Фото: pravitelstvorb.ru

#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас