

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Мәҙәниәт” милли проектының төп бурыстарының береһе – һынлы сәнғәткә булышлыҡ итеүгә йүнәлтелгән ижади проекттарҙы һәм сараларҙы тормошҡа ашырыу.
Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы мәғлүмәттәренә ярашлы, быйыл сентябрь-октябрь айҙарында Нефтекама ҡалаһында Искра Урбан Кэмп асыҡ урам сәнғәте фестивале уҙғарыла. Ул ҡаланың үҙенсәлектәрен өйрәнеү маҡсатында ойошторолған кемпингты тәшкил итә. Ҡала инсталляциялары (паблик-арт) һәм өр-яңы авторҙарҙың эштәре ҡала мөхитен сағылдырасаҡ. Ҡала кемпингы Искра Урбан Фест урам сәнғәте фестиваленең былтыр уҙғарылған ике этабының дауамы буласаҡ. 2020 йылда танылыу яулаған 12 сит ил һәм Рәсәй рәссамының эштәре Нефтекамалағы 14 бина һәм ҡоролма фасадын биҙәне.
Быйыл иһә йәш рәссамдар кәмендә 15 һүрәт яһамаҡсы. Әҫәрҙәр тематикаһы – сәләмәт тормош, мәҙәни үҙенсәлектәр, ғаилә, тәбиғәт һ.б. Фестиваль барышында төрлө мәҙәни саралар, билдәле рәссамдарҙың оҫталыҡ дәрестәре үткәреү планлаштырыла.
#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото: https://srk.nationalpriority.ru/press_releases/159461
Сығанаҡ: https://srk.nationalpriority.ru/press_releases/159461