

“ИНФОРМАВТОДОР” федераль дәүләт бюджет учреждениеһынан хәбәр итеүҙәренсә, Өфөлә Ухтомский урамын төҙөкләндереү дауам итә. Ҡалалағы магистраль Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проекты нигеҙендә норматив хәлгә килтерелә.
Объектта эш өс участкаға бүленгән. Үҙәк урамдан Хәҡиҡәт урамына тиклем юлға асфальт түшәлгән, Магистарль урамынан Тикшеренеүселәр урамына тиклемге участка 95 процентҡа әҙер, Хәҡиҡәт урамынан Магистраль урамына тиклемге ерҙә ремонт дауам итә – подряд ойошмаһы белгестәре бордюр таштарын ҡуя, юлды тигеҙләй.
Дөйөм алғанда, 1,8 километр юлды төҙөкләндереү күҙаллана. Юлсылар шулай уҡ техник һыҙаттарҙы, тротуарҙы тәртипкә килтерә, тамға һала. Бынан тыш, объектта 491 погон метр һыу үткәргес селтәренә капиталь ремонт яһалған.
Быйыл Өфөлә “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проектына ярашлы 28 километрлыҡ юл селтәре норматив хәлгә килтерелә. Әле планлаштырылған 11 участканың һигеҙендә эш тулыһынса тамамланған. Ухтомский, Әрмән урамдарында, Нуғай шоссеһында ремонт дауам итә.
Әйткәндәй, 2021 йылда ҙур объекттарҙа эш тамамланырға тейеш – баш ҡаланың Воровский урамы башындағы күперҙе файҙаланыуға тапшырыу, Комсомол һәм 8 Март урамдарын ремонттан һуң асыу күҙаллана.
#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото: https://srk.nationalpriority.ru/press_releases/159282
Сығанаҡ: https://srk.nationalpriority.ru/press_releases/159282