

Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, республика вакансиялар банкында 60 мең тәҡдим бар, былтырғыға ҡарағанда 1,5 тапҡырға күберәк тигән һүҙ. Уларҙың 70 проценты эшсе һөнәрҙәре, мәҫәлән, бөгөндән 3 100 водитель, 2 800 слесарь талап ителә. Хеҙмәт хаҡы ярайһы юғары – 70-75 мең һумға тиклем.
Шулай уҡ 2 800 һатыусы, 1 300 инженер, 1 000 ашнаҡсы кәрәк. Тегенселәр, тәрбиәселәр, токарҙәр һәм фрезлаусыларға ҡытлыҡ ҙур.
– Беҙҙә бик тырыш йәштәр күп, күптәре үҙҙәренә эшләргә, үҙ эшен асырға теләй. Уларға төрлө эшмәкәрлектә эшләп ҡарарға тәҡдим итәбеҙ, сөнки һәр кем бизнесмен булып китә алмай. Йәштәргә ваҡытлыса эш табырға ярҙам итәбеҙ, йыш ҡына ул даими эшкә әүерелә, - ти Йәштәр мәшғүллегенә ярҙам үҙәге директоры Елена Недопекина.
Законға ярашлы, үҫмерҙәргә 14 йәштән эшләргә мөмкин. Быйыл һигеҙ ай эсендә Мәшғүллек хеҙмәтенә 17,6 мең үҫмер мөрәжәғәт иткән. Уларға тәжрибә талап ителмәгән эштәр ҡушыла. Быйыл республиканың мәшғүллек үҙәктәренә 29 йәшкә тиклемге 30 мең граждан мөрәжәғәт иткән һәм уларҙың 67,3 проценты эшкә урынлаштырылған.
Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарына ярашлы, “Хеҙмәт етештереүсәнлеге һәм халыҡ мәшғүллегенә ярҙам” милли проекты 2024 йылға илдә хеҙмәт етештереүсәнлеген йыл һайын 5 процентҡа үҫтереү өсөн шарттар тыуҙырыуҙы күҙ уңында тота.
ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото:tgl.ru