

Мәғлүм булыуынса, сентябрҙә Өфөнөң Октябрь районындағы Рихард Зорге урамында “Беренсе уҡытыусыма” скверы асылғайны. Яңы йәмәғәт урыны Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының “Уңайлы ҡала мөхите булдырыу” төбәк проектына ярашлы барлыҡҡа килде.
Баш ҡала хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, 2 октябрҙә иртәнге сәғәт 10-да скверҙа экологик акция уҙғарыла. Өлкән класс уҡыусылары үҙҙәренең уҡытыусылары менән Уҡытыусы даны аллеяһына нигеҙ һала. Яңы скверҙы 70-тән ашыу төрлө йәш ағас биҙәйәсәк. Уҡыусылар шыршы, ҡайын, йүкә, миләш үҫентеләре ултырта.
Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ уҡытыусыһы Лиза Әһәҙуллина ла үҙенең ағасын ултыртмаҡсы. Әйткәндәй, скверҙа уҡытыусыға арналған композиция булдырыуҙың авторы ла тап ул. Әле һәйкәлгә конкурс иғлан ителгән. Конкурс тураһындағы мәғлүмәт менән Өфө хакимиәте сайтында танышырға мөмкин.
#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото: https://ufacity.info/press/news/418349.html
Сығанаҡ: https://srk.nationalpriority.ru/press_releases/160398