Милли проекттар
2 Октября 2021, 10:30

Дим урамдары төҙөкләндерелә

Эш быйыл 30 октябргә тамамланырға тейеш.

Дим урамдары төҙөкләндереләДим урамдары төҙөкләндерелә
Дим урамдары төҙөкләндерелә

Өфө ҡалаһының Дим районында Ухтомский урамын ремонтлау дауам итә. Был объект Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдары тарафынан раҫланған “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проектына ярашлы тормошҡа ашырылырға тейешлеләр исемлегенә индерелгән.

Эш барышында юл япмаһын һәм бордюр таштарын алмаштырыу, техник һыҙаттар, шулай уҡ тротуарҙар яһау күҙаллана. Әлеге ваҡытта был урамдың Хәҡиҡәт урамынан алып Үҙәк урамға тиклемге аралығы тулыһынса әҙер. Йәнә Магистраль урамынан Тикшеренеүселәр урамына тиклемге өлөшөндә эш 95 процент кимәлендә үтәлгән.

Был объектты сафҡа индереү ваҡыты һуңыраҡҡа күсерелде, сөнки “Өфөводоканал” предприятиеһы хеҙмәткәрҙәре 491 километр оҙонлоҡтағы һыу үткәргескә капиталь ремонт яһаны. Ухтомский урамында юлды ремонтлаған подрядсы вәкилдәре белдереүенсә, бындағы эш быйылғы 30 октябргә тамамланырға тейеш.

Фото: Башҡортостан Транспорт һәм юл хужалығы министрлығы.

ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор:Рәшит Кәлимуллин
Читайте нас