

Тәтешле районының Кәлтәй урта мәктәбендә булдырылған “Үҫеш нөктәһе” тәбиғи-ғилми һәм технологик йүнәлешле белем биреү үҙәгендә мәктәп класында дымлылыҡты билдәләү сараһы үткәрелде.
Был эш Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдары тарафынан раҫланған “Мәғариф” милли проектының “Заманса мәктәп” төбәк проекты нигеҙендә тормошҡа ашырыла.
“Мәктәп бүлмәләрендә дымлылыҡ күрһәткестәрен билдәләү” тип аталған был сараны биология һәм химия уҡытыусыһы Лилиана Ниғәмәтйәнова үткәрҙе. Бының өсөн ул “Үҫеш нөктәһе”нә килтерелгән һанлы биологик лабораторияны файҙаланды.
Лилиана Матвеевна аңлатыуынса, һауа – кеше ғүмеренең айырып алғыһыҙ өлөшө – тормош сығанаҡтарының береһе. Температура һәм атмосфера баҫымы менән бергә ундағы һыу быуы миҡдары ла кеше өсөн мөһим. Беҙҙең өсөн 18-24 градустағы 45-55 процентлы һауа дымлылығы иң уңайлыһы булып тора.
Тәүҙә уҡыусылар биология класындағы, компьютер бүлмәһендәге, ашханалағы дымлылыҡты үлсәне. Һигеҙенсе класс уҡыусыһы Диана Ниғәмәтйәнова былай ти: “Миңә был сара бик оҡшаны, дымлылыҡ тураһында күп нәмә белдем. Ә иң мөһиме – үҙем үлсәнем һәм график төҙөнөм. Дымлылыҡ кимәленең аҙ булыуы танауҙың, тамаҡ төбөнөң тиҙ кибеүенә килтерә, һөҙөмтәлә һыуыҡ тейҙереп сирләү осраҡтары йышая икәнен белдем”.
Фото: Тәтешле район хакимиәте сайты.
ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан