

2024 йылға тиклем Башҡортостанда автомобиль һәм поезд юлдары киҫешкән урындарҙа биш юл үткәргес төҙөү планлаштырыла.
Өфөлә VI “Урал транспорты” махсуслашҡан форумы һәм күргәҙмәһе барышында “Тимер юл аша сығыу урындарында хәүефһеҙлек кимәлен күтәреү” темаһына арналған конференция уҙғарылды. Кәңәшмәлә Куйбышев тимер юлы, төбәк власы, тармаҡҡа ҡағылышы булған министрлыҡтар һәм Рәсәй Эске эштәр министрлығының Транспорт идаралығы вәкилдәре ҡатнашты.
Йыл башынан тимер юлдан сығыу урындарында хәрәкәт хәүефһеҙлеге киҫкен булып ҡала. Башҡортостандағы автомобиль һәм тимер юлы киҫелешендә туғыҙ юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлде. Был иһә хатта һуңғы дүрт йыл күрһәткестәрен ашып китте.
"Башҡортостанда водителдәр араһында даими иҫкәртеүҙәр үткәрелә, әммә юл-транспорт ваҡиғалары юғары кимәлдә ҡала, - тип белдерҙе Куйбышев тимер юлының төбәк идаралығы етәксеһе урынбаҫары Дмитрий Новиков. – Күптәр яҡынлашып килгән поезд алдынан ашығып сығып ҡалырға тырыша".
Тимер юл аша сығыу урындарында аварияларҙы тулыһынса бөтөрөүҙең берҙән-бер юлы – тимер юлдарҙың автомобиль юлдары менән бер кимәлле киҫелешен бөтөрөү, транспорт ағымын төрлө кимәлдәге юл үткәргес сиселешенә күсереү. Куйбышев тимер юлында юл үткәргестәр төҙөлөшө ихтыяжы булған биләмәләр исемлеге билдәләнгән. Башҡортостанда республика программаһына күпләп транспорт тимер юл аша сыҡҡан урындарҙа юл үткәргестәрҙе үҙгәртеп ҡороу, төҙөлөш сараларына индереү ҡарары ҡабул ителде. Был иһә Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы нигеҙендә барлыҡҡа килгән “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проекты бурыстарын да тормошҡа ашырырға ярҙам итәсәк.
Фото: Башҡортостан Төҙөлөш һәм архитектура министрлығы.
#ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан