Милли проекттар
3 Октябрь 2021, 03:30

Майҙанда эш киләһе йыл тамамлана

Туймазы ҡалаһындағы үҙәк майҙанда реконструкция 2019 йылда уҡ башланғайны.

Майҙанда эш киләһе йыл тамамланаМайҙанда эш киләһе йыл тамамлана
Майҙанда эш киләһе йыл тамамлана

Туймазы районы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Туймазы ҡалаһындағы үҙәк майҙанда реконструкция 2019 йылда уҡ башланғайны.

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының “Уңайлы ҡала мөхите булдырыу” федераль проекты нигеҙендә әле майҙанда ҙур телевизор ҡуйылған. Унан тәүлек әйләнәһенә социаль роликтар күрһәтелә. Ошо көндәрҙә йәмәғәт биләмәһен төҙөкләндереүҙең икенсе этабы башланды. Эште Өфөнөң “Уралспецстрой” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте башҡара.

Ҡала хакимиәтенең төҙөкләндереү бүлеге начальнигы Ирек Шакиров әйтеүенсә, ер эштәренә күп ваҡыт китәсәк. Әле юлсылар брусчатка түшәй. Ошонда уҡ йәйәүлеләр юлы һалына, сауҙа павильондарына урын бүленә, 38 электр бағанаһы ҡуйыла.

Бынан тыш, проектҡа ярашлы бында 40 декоратив ағас ултырталар, майҙан эргәһенә күсмә бәҙрәф һалына. Быйыл биләмәне төҙөкләндереү эшен 30 октябргә тиклем тамамлау планлаштырыла. Майҙандың төп композицияһы – гранит фонтан. Уны ҙур сәскә түтәле урынына майҙан уртаһына яһайҙар.

Реконструкцияға федераль ҡаҙнанан 50 миллион һумдан ашыу аҡса бүленгән. Ҡала майҙанын тәртипкә килтереүҙең һуңғы, өсөнсө этабы киләһе йыл башлана. Уның барышында күмәк кеше ҡатнашлығындағы мәҙәни саралар уҙғарыу өсөн сәхнә төҙөү күҙаллана.

#ВладимирПутин

#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: СРК | Инфоповод (nationalpriority.ru)

Сығанаҡ: СРК | Инфоповод (nationalpriority.ru)

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас