Милли проекттар
3 Октябрь 2021, 03:00

“Ошондай программалар булғанға һөйөнөп бөтә алмайым“

Улар ауыл кешеләренә үҙ эшен асырға мөмкинлек бирә.

“Ошондай программалар булғанға һөйөнөп бөтә алмайым““Ошондай программалар булғанға һөйөнөп бөтә алмайым“
“Ошондай программалар булғанға һөйөнөп бөтә алмайым“

“Агростартап” төбәк программалары Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарына булышлыҡ итеү” милли проектына ярашлы тормошҡа ашырыла. Ул крәҫтиән (фермер) хужалығына ер, техника һатып алыуға, ауыл хужалығы объекттары төҙөүгә, уларҙы яңыртыуға һәм башҡа ошондай маҡсаттарға бүленгән грантты тәшкил итә.

Саҡмағош районы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Резеда Рәфис ҡыҙы Ҡәҙерғолова 2019 йылда Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығына хужалығының бизнес-планын тапшырған. Ул бизнес-проектын уңышлы яҡлап, тейешле күләмдә балл йыйған һәм республика “Агростартап” программаһында еңеүселәр иҫәбенә ингән. Грант аҡсаһына ул голштин тоҡомло таналар, МТЗ-82 тракторы, тейәгес һатып алған.

Әле хужалыҡта эш гөрләй. Етештергән һөттө “Партнер” ауыл хужалығы ҡулланыусылар кооперативына тапшыралар. Трактор ярҙамында мал аҙығы әҙерләйҙәр, ер эшкәртәләр.

“Ошондай программалар булғанға һөйөнөп бөтә алмайым. Улар ауылда үҙ эшеңде асырға мөмкинлек бирә”, – тине Резеда Рәфис ҡыҙы.

#ВладимирПутин

#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: СРК | Инфоповод (nationalpriority.ru)

Сығанаҡ: СРК | Инфоповод (nationalpriority.ru)

 

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас