

Үткән ялда Ҡариҙел районында “Урманды һаҡлайбыҙ” Бөтә Рәсәй акцияһы үтте. Сарала район хакимиәте башлығы Айҙар Шәйҙуллин, республиканың “Гостехнадзор” инспекцияһы начальнигы Ринат Ғәлимов, “Ҡариҙел урман хужалығы” идаралығы эшсәндәре, район хакимиәте белгестәре һәм хеҙмәт коллективтары ҡатнашты.
– Сара сиктәрендә өс мең гектар майҙанда 12 меңдән ашыу ҡарағай үҫентеһе ултыртылды. Бындай акциялар менән беҙ йәмәғәтселектең иғтибарын урмандарҙы тергеҙеү һәм һаҡлау проблемаһына йүнәлтәбеҙ. Ағас ултыртыу эшендә йылдан-йыл ҡатнашырға теләгән кешеләр һаны артыуы бик ҡыуандыра, – тине “Ҡариҙел урман хужалығы” идаралығы директоры Рәүеф Ғафаров.
Республиканың Урман хужалығы министрлығы ағас ултыртыу сараларын “Экология” милли проектының “Урмандарҙы һаҡлау” федераль проекты сиктәрендә башҡара. Ағымдағы йылда төбәк урмансылары алдында 14,3 мең гектар майҙанда урман тергеҙеү эштәрен башҡарыу тора: был урман ултыртыу ҙа, тәбиғи тергеҙеүгә булышлыҡ та итеү.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, “Экология” милли проекты ил Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы тормошҡа ашырыла.
ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Сығанаҡ: https://srk.nationalpriority.ru/press_releases/160867
Фото: Урман хужалығы министрлығы.