

“Мәҙәниәт” милли проекты сиктәрендә Ишембай ҡалаһының милли мәҙәниәттәр үҙәгенә ҡараған “Шанжек” сыуаш вокаль ансамбле XI “Салам” төбәк-ара сыуаш йыр һәм бейеү фестивалендә ҡатнашты. Сара үткән аҙнала Өфөләге С.Т. Аксаков исемендәге мәҙәниәт һәм ял баҡсаһында үтте.
Бөтәһе фестивалгә 33 ижади коллектив, 19 яңғыҙ башҡарыусы килде, шул иҫәптән Сыуашстан Республикаһынан да. Фестивалдә барлығы 300 кеше ҡатнашты.
“Беҙҙең коллектив йыл һайын төрлө сараларҙа һәм конкустарҙа ҡатнаша. Быйыл да ныҡ тырыштыҡ. Сара бик матур һәм сағыу үтте”, – тип тәьҫораттары менән уртаҡлашты ишембайҙар.
Фестивалдә ҡатнашыусыларҙы Халыҡтар дуҫлығы йорто директоры вазифаһын башҡарыусы Гөлназ Мирхәйҙәрова, Өфө ҡалаһының Киров районы хакимиәтенең мәҙәниәт һәм йәштәр сәйәсәте бүлеге баш белгесе Инсур Кинйәбаев һәм милли-мәҙәни йәмәғәт ойошмалар етәкселәре – Башҡортостанда сыуаш милли-мәҙәни автономияһы етәксеһе Виталий Викторов менән республиканың Сыуаш мәҙәниәте йәмғиәте етәксеһе Юрий Михайлов сәләмләне.
Билдәле булыуынса, “Мәҙәниәт” милли проекты ил Президенты Владимир Путиндың май указдары менән тормошҡа ашырыла.
ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Сығанаҡ: https://srk.nationalpriority.ru/press_releases/159790
Фото: Ишембай районы хакимиәте.