Милли проекттар
5 Октябрь 2021, 12:30

Экология буйынса олимпиада тамамлана

Дүртөйлө районы уҡыусылары был сарала әүҙем ҡатнашты. 

Экология буйынса олимпиада тамамланаЭкология буйынса олимпиада тамамлана
Экология буйынса олимпиада тамамлана

Дүртөйлө районының 1-9 класс уҡыусылары мәктәп уҡыусылары өсөн ойошторолған Бөтә Рәсәй экологик олимпиадаһында ҡатнаша. Ул ил буйынса 13 сентябрҙән 4 октябргә тиклем барҙы һәм “Экология” миллли проекты сиктәрендә ойошторолдо.

Олимпиадала ҡатнашыуы еңел: бының өсөн интернетҡа сығыу мөмкинлеге булған компьютер йәки планшет ҡына кәрәк. ecology.uchi.ru сайтында ҡуйылған һорауҙар шундай итеп эшләнгән, һәр береһе ҡатнашыусыға милли проекттың бер йәки бер нисә йүнәлеше тураһында һөйләй. Мәҫәлән, “Проблеманы хәл ит” заданиеһы “Таҙа һауа” һәм “Йылғалар менән күлдәрҙе һаҡлау” йүнәлештәре менән таныштыра. Һорауҙар балаларҙың йәшенә ҡарап төрлө кимәл ауырлыҡта бирелгән.

Олимпиаданың йүнәлеше изге: балаларҙа тәбиғәтте һаҡлау тойғолары уятыу, уҡыусыларҙы, уларҙың ата-әсәһен һәм педагогтарҙы экологик процестарға йәлеп итеү, был тәңгәлдә аңлылыҡ кимәлен күтәреү. Мауыҡтырғыс онлайн-ярыш тирә-яҡ, биология, хәүефһеҙлек буйынса белемдәрҙе тикшерә һәм кешенең тәбиғәткә тәьҫирен күрһәтә. Файҙалы ҡаҙылмаларҙы рациональ файҙаланыу, сүп-сар күләмен кәметеү, экотуризм, биләмәләрҙе һәм биологик күптөрлөлөктө һаҡлау темаларына ҡағыла.

Билдәле булыуынса, “Экология” милли проекты ил Президенты Владимир Путиндың май указдар менән тормошҡа ашырыла.

ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Сығанаҡ: https://srk.nationalpriority.ru/press_releases/161330

Фото: Дүртөйлө районы хакимиәте.

 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас