Милли проекттар
5 Октябрь 2021, 06:30

Кемдәргә 30 процент ташлама ҡаралған?

12 октябргә тиклем 60 йәшкә тиклемге һәм унан өлкәнерәк пассажирҙар поездағы купеға билетты 30 процент ташлама менән рәсмиләштерә ала.

Кемдәргә 30 процент ташлама ҡаралған?Кемдәргә 30 процент ташлама ҡаралған?
Кемдәргә 30 процент ташлама ҡаралған?

12 октябргә тиклем 60 йәшкә тиклемге һәм унан өлкәнерәк пассажирҙар поездағы купеға билетты 30 процент ташлама менән рәсмиләштерә ала. Шулай итеп, улар 11 октябрҙән 23 декабренә тиклем “Федераль пассажирҙар компанияһы” акционерҙар йәмғиәтенең алыҫ йүнәлештәге поездарындағы купеға билеттарҙы һатып алыу мөмкинлегенә эйә. Акция 1 октябрҙә билдәләнгән Халыҡ-ара ололар көнө айҡанлы үткәрелә. Оло йәштәгеләр хаҡында хәстәрлек күреү – Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указы нигеҙендә барлыҡҡа килгән “Демография” милли проекты маҡсаттарының береһе. Әйткәндәй, был ташламалы билеттарҙы “Рәсәй тимер юлдары” асыҡ акционерҙар йәмғиәтендә, “Рәсәй тимер юлдары пассажирҙарға” мобиль ҡушымтаһында һәм кассаларҙа һатып алырға мөмкин.

Әйткәндәй, “Рәсәй тимер юлдары” асыҡ акционерҙар йәмғиәте хеҙмәткәрҙәре пассажирҙарға сәфәр ваҡытында поезда коронавирус инфекцияһынан шәхсән һаҡланыу сараларын күрергә өндәй. Әгәр кәрәкһә, уларҙы вагондағы поезд бригадаһынан да һорап алырға мөмкин.

Фото: БР Транспорт һәм юл хужалығы министрлығы.

#ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас