Милли проекттар
5 Октябрь 2021, 09:45

“Тулҡын”ды төҙөкләндереү дауам итәсәк

Әлеге ваҡытҡа ҡарата бында брусчатканы монтажлауҙы тамамларға кәрәк. Был аҙнала эскәмйәләр килтерелергә тейеш, килгәс тә үк ҡуйыласаҡ. Һуңғы тамамлаусы этап булып газонды төҙөкләндереү торасаҡ. 

“Тулҡын”ды төҙөкләндереү дауам итәсәк“Тулҡын”ды төҙөкләндереү дауам итәсәк
“Тулҡын”ды төҙөкләндереү дауам итәсәк

Ошо көндәрҙә Затон биҫтәһендә баш ҡаланың Ленин районы хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Ғәзизйән Әхмәтйәнов күсмә кәңәшмә үткәрҙе. Унда ҡала һәм район хеҙмәттәре “Тулҡын” паркын төҙөкләндереүҙе дауам итеү мәсьәләһен ҡараны.

Әле бында “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының “Уңайлы ҡала мөхите булдырыу” проекты буйынса амфитеатр төҙөү тамамланыу өҫтөндә.

– Әлеге ваҡытҡа ҡарата бында брусчатканы монтажлауҙы тамамларға кәрәк. Был аҙнала эскәмйәләр килтерелергә тейеш, килгәс тә үк ҡуясаҡбыҙ. Һуңғы тамамлаусы этап булып газонды төҙөкләндереү торасаҡ, – тине төҙөүсе ойошма вәкиле.

Төҙөкләндереүҙең алдағы этаптарында Затон паркында йәйәүлеләр һәм велосипедсылар юлдары, спорт һәм балалар майҙансыҡтары,  Workout зонаһы, скейтпарк, балалар автоҡаласығы һәм башҡа объекттар барлыҡҡа килде.

Билдәле булыуынса, “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты ил Президенты Владимир Путиндың май указдар менән тормошҡа ашырыла.

ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Сығанаҡ: https://srk.nationalpriority.ru/press_releases/161211

Фото: Өфө ҡалаһының Ленин районы хакимиәте.

 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас