

9 октябрҙә Өфөлә, Ағиҙел йылғаһы буйында Бөтә Рәсәй атлау көнө ойошторола. Был сара октябрҙең беренсе ял көндәрендә тотош донъя буйлап Халыҡ-ара “Спорт барыһы өсөн” эгидаһы аҫтында уҙғарыла. Рәсәйҙә был форум 2015 йылдан илдең Олимпия комитеты тарафынан тормошҡа ашырыла.
Төп маҡсат – мөмкин тиклем күберәк ҡатнашыусыларҙы физик йәһәттән әүҙем булырға, спорт менән шөғөлләнергә өндәү, физик әүҙемлектең өҫтөнлөктәре тураһында хәбәрҙар булыуҙы арттырыу, әүҙем тормош алып барыуҙың төрлө төрҙәре хаҡында бәйән итеү.
Спорт байрамы үҙ эсенә флешмоб – чемпион менән зарядканы, сәләмәт тормошто яратыусыларҙың 2 мең метр арауыҡты үтеүе, ижади, спорт-һауыҡтырыу программаһын, физик культура һәм спорт тармағындағы атҡаҙанған хеҙмәткәрҙәрҙе бүләкләүҙе ала.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2-3 октябрҙә республика райондарында һәм ҡалаларында Бөтә Рәсәй атлау көнө үткәрелгәйне. Сарала 41,6 мең кеше ҡатнашты. Был иһә Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указы нигеҙендә барлыҡҡа килгән “Демография” милли проектының “Спорт – йәшәү нормаһы” проекты бурыстарын тормошҡа ашырырға ярҙам итә.
Фото: БР Спорт министрлығы.
#ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан