

Өфө районының Мөҙәрис, Стуколкин, Фомичев, Лекаревка ауылдары халҡы оҙаҡламай өр-яңы фельдшер-акушерлыҡ пункттарына йөрөй башлаясаҡ. Был тораҡтарҙа медицина учреждениеларын төҙөүгә әүҙем тотондолар.
Мөҙәрис ауылында медицина ярҙамын күрһәтеү өсөн беркетелгән кешеләр һаны 200-гә яҡын. Халыҡҡа кисектергеһеҙ медицина ярҙамын ун саҡрымда ятҡан Дмитриевка участка дауаханаһы хеҙмәткәрҙәре күрһәтә.
– ФАП-тарҙа медицина ярҙамы алған пациенттар аҙаҡ, хәл-әхүәленә ҡарап, район амбулаторияһына йәки стационарға оҙатыла. Анализдар ташырыу, ҡатмарлы тикшеренеүҙәр үтеү, аныҡ диагноз ҡуйыу өсөн ҡала поликлиникаһына йәки диагностика үҙәгенә ебәрелеүҙәре ихтимал. ФАП 300-ҙән 700-гә тиклем кешене хеҙмәтләндерә ала. Был норматив яҡындағы медицина ярҙамына тиклемге араға йәки халыҡ тығыҙлығына бәйле үҙгәреүе мөмкин, – тине Өфөнөң 21-се ҡала дауаханаһы баш табибы Ринат Нагаев.
Лекаревка ауылында – 114, Фомичевта –379, Стуколкин ауылында 500-гә яҡын кеше медицина ярҙамы алыу өсөн беркетелгән. Пункттар яңы медицина ҡорамалдары менән йыһазландырыласаҡ, ә халыҡты квалификациялы белгестәр хеҙмәтләндерәсәк.
Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарына ярашлы, "Һаулыҡ һаҡлау" милли проекты алдында торған ошо бурыстарҙы тормошҡа ашырырға кәрәк: хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен кәметеү, шулай уҡ яман шештәрҙән үлем күрһәткестәрен ( 100 мең кешегә 185 сир осрағына тиклем) аҙайтыу, сабыйҙар үлемен ҡыҫҡартыу (бер мең яңы тыуған сабыйға 4,5 промиллегә тиклем) һәм һәр кемдең тәүге медицина ярҙамынан файҙаланыу мөмкинлектәрен арттырыу.
ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.