Милли проекттар
6 Октябрь 2021, 11:30

Дәүләкән музейында – заманса ҡорамал

Бында Дәүләкән районы тарихы буйынса үҙенсәлекле материалдар һаҡлана.

Дәүләкән музейында – заманса ҡорамалДәүләкән музейында – заманса ҡорамал
Дәүләкән музейында – заманса ҡорамал

Дәүләкән районы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Мәҙәниәт” милли проектының “Мәҙәни мөхит” проектына ярашлы Дәүләкән тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейында өр-яңы заманса күргәҙмә ҡорамалы ҡуйылды.

Тулыландырыла торған кәштәләре булған 14 быяла витрина барлыҡҡа килде. Стеллаждар тәғәйен үлсәм буйынса эшләнгән, экспозицияны алмаштырғанда экспонаттарҙы еңел генә яңыртыу мөмкинлеге бар.

Музей хеҙмәткәрҙәре халыҡты йәмле, төҙөк залдарҙа ҡабул итә. Учреждение директоры Марина Ғатауллина әйтеүенсә, бында Дәүләкән районы тарихы буйынса үҙенсәлекле әйберҙәр, уникаль материалдар һаҡлана.

Әле Республика көнөнә арналған байрам экспозицияһы әҙерләнә. Унда дәүләкәндәрҙең төбәкте үҫтереүгә индергән тос өлөшө тулыһынса сағылыш табасаҡ. Әйткәндәй, экскурсиялар барлыҡ санитария-эпидемиологик талаптарҙы үтәп ойошторола.

 

#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

 

Фото: https://srk.nationalpriority.ru/press_releases/161887

Сығанаҡ: https://srk.nationalpriority.ru/press_releases/161887

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас