

20 меңдән ашыу бала “Хәүефһеҙ тимер юлды – балаларға!” айлығында ҡатнашты.
Куйбышев тимер юлының 1 сентябрҙә башланған “Хәүефһеҙ тимер юлды – балаларға!” айлығында тимер юлсылар транспорт полицияһы хеҙмәткәрҙәре менән берлектә көн һайын поездар хәрәкәт иткән урындарҙа бәлиғ булмағандар менән бәйле бәхетһеҙ осраҡтарҙы иҫкәртеүгә йүнәлтелгән саралар үткәрҙе.
Мәктәп уҡыусыларын тимер юл музейына, вокзал биләмәһенә, локомотив дэпоһына экскурсияға саҡырҙылар, улар өсөн мәктәптәрҙә хәүефһеҙлек дәрестәрен, йәйәүлеләр үткән урындарҙа, күперҙәрҙә оҫталыҡ кластарын үткәрҙеләр. Балалар өсөн һүрәттәр конкурсы ла ойошторолдо, уларҙа ҡыҙҙар һәм малайҙар тимер юл ҡағиҙәләре үтәлешен күрһәтте.
Транспорт прокуратураһы хеҙмәткәрҙәре ҡатнашлығында станцияларҙа рейдтар даими үткәрелде. Бигерәк тә йәрәхәтләнеү осраҡтары теркәлгән хәүефле урындарға айырыуса иғтибар бүленде. Айлыҡ ваҡытында Куйбышев тимер юлы үткән ауылдарҙағы мәҙәниәт йорттарында хәүефһеҙлек темаһына арналған видеороликтар күрһәтелде, ошо темаға төрлө буклеттар таратылды.
Әйткәндәй, тимер юлсылар тимер юл транспорт объекттарында иғтибарлы булырға кәрәк икәнлеге хаҡында йәнә иҫкәртә: тәғәйенләнмәгән урындарҙан үтергә, етеп килгән поезд алдынан йүгерергә ярамай. Ата-әсәләргә лә балаларға тимер юлда хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре хаҡында даими иҫкәртеү артыҡ булмаҫ, сөнки кеше ғүмеренән дә ҡәҙерле нимә юҡ. Балаларҙы яңғыҙ ҡалдырырға ярамай икәнлеге хаҡында ла онотмайыҡ. Тап бына ошондай маҡсаттар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указы нигеҙендә барлыҡҡа килгән “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проектында ла сағылыш тапҡан.
Фото: БР Транспорт һәм юл хужалығы министрлығы.
#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан