

Өфөлә Воровский урамы янында Ағиҙел аша өҫтәмә күпер төҙөү эштәре тамамланып килә. Яңы күпер ҡоролмаһы “Хәүефһеҙ сифатлы автомобиль юлдары” милли проекты ярҙамында төҙөлә. Объекттың дөйөм оҙонлоғо 688 метр тәшкил итә. Күпер аша хәрәкәтте быйыл октябрь аҙағында асырға йыйыналар.
Төҙөүсе ойошма вәкилдәре белдереүенсә, объектта әле һуңғы тамамлау этабы эштәре генә ҡалған.
– Яҡын арала күпер буйлап һәм уға килгән юлдарға асфальт-бетон япмаһы түшәй башлайбыҙ. Шулай уҡ “Уфагорсвет”, “Трест БСНС”, “Башкиравтодор” ойошмалары менән берлектә күперҙе тапшырыу һәм эксплуатацияға индереүгә әҙерләйбеҙ, – тине “Уралмостострой” ойошмаһы вәкиле.
Бөгөн төҙөүселәр тауыштан һаҡлау экрандарын монтажлай, тороҡ ҡоролмаһын буяй, һандал һәм барьер сикләүҙәре ҡуя, электр яҡтылығы һәм видеокүҙәтеү системаларын урынлаштыра.
Бөтә төҙөлөш барышында күпер төҙөүселәр ҡыҫынҡы шарттарҙа эшләне: 1956 һәм 1993 йылдарҙа төҙөлгән ике күпер араһында эш алып барҙылар. Шул уҡ ваҡытта булған күперҙәрҙә транспорт хәрәкәте ябылманы.
Эштәр тамамланғас хәрәкәтте яңы төҙөлгән өс һыҙатлы күперҙән ебәрәсәктәр. Иҫке аркалы күпер төҙөкләндереүгә ябыласаҡ: уның терәүҙәре нығытыласаҡ һәм тороҡ ҡоролмалары алмаштырыласаҡ. Яңы күпер буйлап ҡаланан сығыу йүнәлешендә бер яҡлы хәрәкәт ойоштороласаҡ.
Билдәле булыуынса, “Хәүефһеҙ сифатлы автомобиль юлдары” милли проекты ил Президенты Владимир Путиндың май указдары менән раҫланды. Уның төп маҡсаты – юлдарҙа хәүефһеҙлекте тәьмин итеү һәм кешеләр ғүмерҙәрен һаҡлау.
ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото: Өфө ҡалаһы хакимиәте.