Милли проекттар
7 Октябрь 2021, 05:30

“Йыл студенты” кем булыр?

Юғары һәм урта һөнәри белем биреү йорттарының 350 вәкиле 15 номинацияла алдынғылыҡ өсөн көс һынашты.

“Йыл студенты” кем булыр?“Йыл студенты” кем булыр?
“Йыл студенты” кем булыр?

Башҡортостандың Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты мәғлүмәттәренә ярашлы, 2021 йылда Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Мәғариф” милли проекты нигеҙендә уҙғарылған “Йыл студенты” милли премияһының төбәк этабын ойоштороу комитетына ғаризалар бик күп тапшырылды. Юғары һәм урта һөнәри белем биреү йорттарының 350 вәкиле 15 номинацияла алдынғылыҡ өсөн көс һынашты.

Студенттар премияның ситтән тороп һәм туранан-тура үткәрелгән этаптарында үҙҙәренең ҡаҙаныштары менән таныштырҙы. Һынауҙар туранан-тура Башҡорт дәүләт университетында уҙғарылды һәм 100-ҙән ашыу ҡатнашыусыны, 35 экспертты йыйҙы. Һөҙөмтәлә шәхси номинацияларҙа 12 һәм коллектив номинацияларҙа алты еңеүсе билдәләнде.

Төбәк этабында һәм ситтән тороп ойошторолған Бөтә Рәсәй этабында еңеүселәр финалға саҡырыла. Ул быйыл ноябрҙә Томскиҙа үткәрелә.

 

#ВладимирПутин

#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

 

Фото: СРК | Инфоповод (nationalpriority.ru)

Сығанаҡ: СРК | Инфоповод (nationalpriority.ru)

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас