

Иглин районының Көҙәй ҡарттар һәм инвалидтар йорто тарихындағы тәүге ғаилә байрамы – туй булды. Был шатлыҡлы ваҡиғаны интернатта йәшәгән һәр кем, хеҙмәткәрҙәр, шулай уҡ Башҡортостан юлдаш телеканалының ижади төркөмө уртаҡлашты.
71 йәшлек Владимир Шихов һәм 78 йәшлек Клавдия Мавлянова тап ошо интернатта танышҡан. Яҙмыштары еңелдән булмаһа ла, улар тормоштарына зарланмай. Уларға бер нисә интернат учреждениеһын алмаштырырға тура килгән. Хәҙер улар яңғыҙ түгел, бер-береһе өсөн терәк-таяныс.
Уларҙың мөхәббәте интернаттың Балаҡатай бүлексәһендә башланған. Яңы урынға күсеү менән яңы тормош башларға булғандар. Владимир Шихов заманында Чернобыль фажиғәһе эҙемтәләрен бөтөрөүҙә ҡатнашҡан. Клавдия Христофоровна йәш сағында уҡ инвалидлыҡҡа юлыға. Икеһенең дә балалары ла, туғандары ла юҡ.
“Өлкән йәштә бер-береңде эҙләп табыу – бик һирәк күренеш. Бәхетле ғаилә тормошон ҡартлыҡта ла ҡороп булыуына бер сағыу миҫал был,” – ти Көҙәй интернаты директоры вазифаһын башҡарыусы Әлфинә Ғарипова. Никахлашыусыларҙың пландары ҙур – интернаттан фатирға күсеп, үҙ ояларын ҡормаҡсы улар. Бәхетле парға һаулыҡ теләйбеҙ!
“Демография” милли проекты биш федераль проектты үҙ эсенә ала, шуларҙың береһе – “Өлкән быуын”. Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарына ярашлы, “Рәсәй Федерацияһында демографик сәйәсәтте тормошҡа ашырыу саралары тураһында” Указдың һигеҙ талабы 2024 йылға үтәлергә тейеш.
Фото: BashNews
ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан