Милли проекттар
8 Октябрь 2021, 08:30

“Киләсәккә билет” кемгә кәрәк?

Проектта һөнәрҙе дөрөҫ һайларға теләгән йәштәр ҡатнаша ала.

“Киләсәккә билет” кемгә кәрәк?“Киләсәккә билет” кемгә кәрәк?
“Киләсәккә билет” кемгә кәрәк?

Өфө ҡалаһы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, 4 – 15 октябрҙә баш ҡала мәктәптәрендә VI – XI класс уҡыусыларына алдан уҡ һөнәри йүнәлеш биреү буйынса “Киләсәккә билет-2021” проектына ярашлы дәрестәр уҙғарыла.

Проект туранан-тура һәм онлайн үткәрелгән бер нисә этаптан тора: 1) электрон платформала теркәлеү; 2) онлайн-диагностика; 3) “Рәсәй – минең тарихым” тарихи паркы нигеҙендәге күргәҙмә-практикумдарҙа ҡатнашыу.

Мәғлүм булыуынса, Бөтә Рәсәй һөнәри йүнәлеш биреү дәресе баланы ылыҡтырыу, интерактив үҙенсәлектәргә эйә. Унда баш ҡаланан алты мең уҡыусы ҡатнаша. Махсус белемле педагог навигаторҙар тарафынан уҙғарылған дәрестәр төрлө йәш төркөмдәре өсөн тәғәйенләнә. Проектта һөнәрҙе дөрөҫ һайларға теләгән йәштәр ҡатнаша ала.

Әйткәндәй, сара Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Мәғариф” милли проектының “Һәр баланың уңышы” федераль проектына ярашлы тормошҡа ашырыла.

#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: https://srk.nationalpriority.ru/press_releases/162882

Сығанаҡ: https://srk.nationalpriority.ru/press_releases/162882

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас