

Ҡариҙел районы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Мәҙәниәт” милли проектына ярашлы, Яугилде ауылында 150 урынлыҡ күп йүнәлешле мәҙәниәт йорто төҙөлә.
Объект Адреслы республика инвестиция программаһы буйынса финанслана. Заказсыһы – Башҡортостандың Капиталь төҙөлөшө идаралығы, подрядсыһы – Өфөнөң “Ремгострой” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте.
Әле яңы мәҙәниәт йортон көҙгөләр, креслолар, һанлы пианино һәм синтезатор, музыкаль үҙәктәр, көнкүреш ҡорамалдары, һыу йылытҡыстар, спорт кәрәк-яраҡтары, хореография станоктары менән тәьмин итеүгә аукциондар тамамланған.
“Объекттың ҡыйығы тулыһынса монтажланды. Блоклы газ ҡаҙанлығы эшләй башланы, мәҙәниәт йортона йылы бирелде. Әле күтәрмәләрҙе эшләйҙәр. Ишек төбөнә плитәләр түшәлә”, – тине район хакимиәте башлығының сәнәғәт, төҙөлөш, архитектура һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ буйынса урынбаҫары Рәфис Дәүлиев.
#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото: https://srk.nationalpriority.ru/press_releases/162562
Сығанаҡ: https://srk.nationalpriority.ru/press_releases/162562