Милли проекттар
8 Октябрь 2021, 05:00

Ниһайәт, фатирлы буласаҡтар!

1,8 миллиард һумдан ашыу аҡса “Көмөш шишмә” торлаҡ комплексы өлөшсөләренә компенсация түләүҙәрен атҡарыуға йүнәлтеләсәк.

Ниһайәт, фатирлы буласаҡтар!Ниһайәт, фатирлы буласаҡтар!
Ниһайәт, фатирлы буласаҡтар!

“Өлөшләтә төҙөлөштә ҡатнашҡан граждандарҙың хоҡуҡтарын яҡлау фонды” хоҡуҡи компанияһының күҙәтеүселәр советы “Крона” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең үҙ бурыстарын үтәмәүҙән зыян күргән граждандар – өлөшләтә төҙөлөштә ҡатнашыусылар – хоҡуҡтарын һаҡлау йәһәтенән ҡарар ҡабул итте. 1,8 миллиард һумдан ашыу аҡса “Көмөш шишмә” торлаҡ комплексы өлөшсөләренә компенсация түләүҙәрен атҡарыуға йүнәлтеләсәк.

- “Крона” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең үҙ бурыстарын үтәмәүҙән зыян күргән граждандарҙың хоҡуҡтарын яҡлау компенсация түләүҙәренең бирелеүе һөҙөмтәһендә мөмкин булды, - тип белдерҙе республиканың төҙөлөш һәм архитектура министры вазифаһын башҡарыусы Егор Родин. – Һүҙ Өфө ҡалаһының Дим биҫтәһендәге “Көмөш шишмә” төҙөлөш комплексындағы 8-се, 11-се, 12-се, 13-сө йорттарҙан фатирҙар һатып алған граждандар тураһында бара. Был маҡсатта 1 миллиард 860 миллион һум аҡса бүленәсәк. Уның 223,2 миллион һумын республика финанслай.

“Көмөш шишмә” торлаҡ комплексында бер меңдән ашыу кеше фатир һатып алған ине. Уларҙың 749-ы – өлөшсө. “Өлөшләтә төҙөлөштә ҡатнашҡан граждандарҙың хоҡуҡтарын яҡлау фонды” хоҡуҡи компанияһының күҙәтеү советы ҡарары менән уларға компенсация түләнәсәк, был аҡсаны быйыл ала башлаясаҡтар. Был иһә Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указы нигеҙендә барлыҡҡа килгән “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты бурыстарын да тормошҡа ашырырға булышлыҡ итәсәк.

Фото: БР Торлаҡ һәм архитектура министрлығы.

ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

 

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас