

Республикала санавиация ашығыс медицина ярҙамы “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы үҫешеүен, камиллашыуын дауам итә. Яңыраҡ махсус медицина ярҙамына мохтаж баланы республика санитар авиация хеҙмәте Нуриман үҙәк район дауаханаһынан Өфөләге республика клиник балалар дауаханаһына тиҙ арала килтереп еткерҙе.
Тормошта ашығыс махсус медицина ярҙамы талап ителгән осраҡтар булғылап тора.Тап ошо саҡта берҙән-бер ышаныс – санитар авиацияға. Нуриман үҙәк район дауаханаһы баш табибы Салауат Ғайсин билдәләүенсә, медицина вертолеты бортында ашығыс ярҙамға мохтаж пациенттарҙы ташыу өсөн бөтә шарттар булдырылған. Ҡыҫҡа ваҡытта ауырыуҙы илтеү менән бергә юлда барғанда уҡ тейешле ярҙамды күрһәтеү мөмкинлеге бар.
Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарына ярашлы, 2024 йылға ил үҫешенең төп маҡсаттарын тәьмин итергә кәрәк. Уларҙың араһында халыҡ һанын арттырыу, граждандарҙың тормош кимәлен күтәреү. Шуларҙың араһында иң мөһиме – сабыйҙар үлемен бер мең яңы тыуған сабыйға 5,5 осраҡтан 2024 йылға 4,5 осраҡҡа тиклем кәметеү.
Һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын яңыртыу программаһы маҡсаты – сифатлы һәм һәр кем файҙаланырлыҡ медицина ярҙамы күрһәтеү, шул иҫәптән төпкөлдә, бәләкәй тораҡтарҙа йәшәгән халыҡ өсөн.
ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото: health.bashkortostan.ru