

“Мин яратам һине, тормош!” өлкән быуын кешеләре ижады фестивале ике сәғәтлек гала-концерт менән тамамланды. Унда конкурстың еңеүселәре һәм лауреаттары ҡатнашты. Халыҡ-ара өлкән йәштәгеләр көнөнә арналған финал сараларын Башҡортостан юлдаш телеканалы күрһәтте.
– Был ун йыл эсендә фестивалдең бик күп дуҫтары барлыҡҡа килде, уны беләләр һәм көтәләр. Йыл һайын тиҫтәләгән яңы коллективтар барлыҡҡа килә. Шуныһы ҡыуандыра, хатта ауылдар ҙа матур итеп кейенгән һәм оҫта йырлаған ансамбль һәм хорҙары менән маҡтана ала, – тине республиканың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова һәм ҡала-район хакимиәттәренә ижади коллективтарға булған һаҡсыл ҡарашы, улар өсөн аҡса һәм көстәр йәлләмәүҙәренә рәхмәт әйтте.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, быйыл ҡатмарлы эпидемиологик шарттар сәбәпле бәйгенең зона ярыштары ситтән тороп үтте. Ете зона этабында 61 муниципалитеттан 2200 үҙешмәкәр артист ҡатнашты. Конкурс программаһы сиктәрендә 350 ижади номер тәҡдим ителде. Жюри ҡарары буйынса 69-ы фестиваль еңеүсеһе тип танылған. Конкурстың гран-приһы иң яҡшы концерт программаһы өсөн Дүртөйлө районының ижади коллективына бирелгән.
Был сара ил Президенты Владимир Путиндың май указдары менән булдырылған “Демография” милли проекты сиктәрендә үткәрелә.
ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото: Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы.