Милли проекттар
9 Октябрь 2021, 11:45

Яңғыҙ өлкәндәр ҡыуанды

Башҡортостанда йәшәгән 1600 мохтаж яңғыҙ пенсионер онлайн-йыйыу барышында аҙыҡ-түлек ярҙамы алған.

Яңғыҙ өлкәндәр ҡыуандыЯңғыҙ өлкәндәр ҡыуанды
Яңғыҙ өлкәндәр ҡыуанды

Башҡортостанда йәшәгән 1600 мохтаж яңғыҙ пенсионер онлайн-йыйыу барышында аҙыҡ-түлек ярҙамы алған. Был сара Халыҡ-ара оло йәштәгеләр көнөнә арналды һәм корзинадоброты.рф сайтында алып барылды. Аҙыҡ-түлек йыйылмаларын X5 Group компанияһы “Русь” аҙыҡ-түлек фонды менән берлектә әҙерләгән.

Акция Башҡортостан Хөкүмәте ярҙамында ойошторолдо. Ул Ил Президенты Владимир Путиндың май указдары менән раҫланған “Демография” милли проекты нигеҙендә башҡарыла.

Алдан уҡ “Русь” аҙыҡ-түлек фонды келәтендә аҙыҡ-түлек йыйылмалары фасовкаланды, был эштә ирекмәндәр – Өфө кешеләре ҡатнашты.

Йыйылған аҙыҡ-түлектең дөйөм ауырлығы 10 тонна самаһы тәшкил иткән. Уның эсенә кешенең көндәлек рационын булдырған ризыҡтар ингән: һөт, макарон, ҡарабойҙай, май, шәкәр, консервалар, сәй, ҡәһүә һәм башҡалар. Республиканың халыҡты социаль хеҙмәтләндереү үҙәге ярҙамы менән йыйылмалар республиканың ун районына ебәрелде. Улар араһында Өфө, Бөрө һәм Благовещен ҡалалары ла бар.

Ирекмәндәр йыйылған аҙыҡ-түлекте мотлаҡ рәүештә яңғыҙ өлкән йәштәге кешеләргә таратты.

ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы.

 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас