Милли проекттар
10 Октябрь 2021, 06:45

Башҡортостан пилот проекттар иҫәбендә

Программа тышҡы иҡтисади эшмәкәрлектә сыныҡҡан компанияларға иҫәпләнгән.  

Башҡортостан пилот проекттар иҫәбендәБашҡортостан пилот проекттар иҫәбендә
Башҡортостан пилот проекттар иҫәбендә

 “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ өсөн экспорт стандарты” белем биреү программаһының беренсе төркөмөн башлауға бәйле мәғлүмәт сараһы үтте, унда Башҡортостан 15 пилот төбәктәр иҫәбенә инде.

 – “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ өсөн экспорт стандарты” белем биреү программаһы республика эшҡыуарҙарына яңы экспорт баҙарына сығыу буйынса бизнес-план әҙерләү өсөн белем, компетенция һәм тәжрибә ҡоралын алыуға булышлыҡ итәсәк, – тип белдерҙе Башҡортостандың Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге буйынса дәүләт комитеты рәйесе урынбаҫары Лена Изотова.

“Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ өсөн экспорт стандарты” программаһын бойомға ашырыу килешеүе Башҡортостандың Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге буйынса дәүләт комитеты, Рәсәй экспорт үҙәге, Рәсәй экспорт үҙәгенең экспорт мәктәбе – программаның операторы, Башҡортостан Республикаһының Экспортҡа ярҙам итеү үҙәге араһында килешеү төҙөлдө.

– Программа тышҡы иҡтисади эшмәкәрлектә сыныҡҡан ҡатнашыусылар булып өлгөргән компанияларға иҫәпләнгән. Был ышаныслы һәм уңышлы экспорт менән эшләгән кампаниялар, шул уҡ ваҡытта үҙҙәренең экспорт эшмәкәрлеген системаға һалыуға, экспорт баҙарын киңерәк үҙләштереүгә мохтаж, – тип билдәләне Рәсәй экспорт үҙәге экспорт мәктәбенең генераль директоры Алисия Никитина.

Белем алыу сиктәрендә программала ҡатнашыусыларға предприятиеның экспортты үҫтереүгә әҙерлеге өлкәһендәге белемен һәм компетенцияһын камиллаштырыу тора. Сит клиенттары өсөн бөтөн тәҡдим булдырыу инструменттарын өйрәнеү, күрһәткестәрҙә тигеҙлек һаҡлау, киң экспорт стратегияһын билдәләү, бизнес-эшмәкәрлектең һөҙөмтәлеген баһалау. Бынан тыш, уҡыу экспорт эшмәкәрлегенән финанс ағымдарға өлгәшергә, килешеү алымдарын сынығыуға булышлыҡ итәсәк.      

 Программа барышында компаниялар менән программаның сертификацияһы булған тренер шөғөлләнәсәк.

 Бәләкәй һәм урта эшҡыуалыҡ вәкилдәре өсөн программа Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы ҡабул ителгән “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проекты сиктәрендә тормошҡа ашырыла - шуға ла унда ҡатнашыу буш.

Уҡыу ноябрь аҙағына тиклем барасаҡ. Һорауҙар буйынса “Башҡортостан Республикаһының экспортҡа ярҙам итеү үҙәге” йәмғиәтенә exportcenter@bashkortostan.ru электрон почтаһы йәки +7 (347) 246-68-15 телефон һандарына шылтыратып алырға мөмкин.

Фото: https://foreign.bashkortostan.ru/presscenter/news/399753/

#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас