Милли проекттар
10 Октябрь 2021, 10:15

Лаҡлылар өсөн ҙур шатлыҡ

Бында мәктәп менән балалар баҡсаһы асылды. 

Лаҡлылар өсөн ҙур шатлыҡЛаҡлылар өсөн ҙур шатлыҡ
Лаҡлылар өсөн ҙур шатлыҡ

Кисә Салауат районының Лаҡлы ауылында күптән көтөлгән ҡыуаныслы ваҡиға булды – бында балалар баҡсаһы менән берләштерелгән мәктәп асылды. Был турала республиканың Мәғариф һәм фән министрлығы хәбәр итә. Объект ил Президенты Владимир Путиндың май указдары менән раҫланған “Демография” милли проекты һәм Республиканың адреслы инвестиция программаһы ярҙамында төҙөлдө.

Мәктәп менән балалар баҡсаһын асыу тантанаһында мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин, төҙөлөш һәм архитектура министрының берене урынбаҫары Алексей Новиков, Салауат районы хакимиәте башлығы Марс Кашапов һәм башҡалар ҡатнашты.

Мәктәп 80 урынға, балалар баҡсаһы – 40 урынға иҫәпләнгән. Бина өс блоктан тора, уның дөйөм майҙаны дүрт мең квадрат метр самаһы тәшкил итә. Үҙәк ике ҡатлы блокта мәктәп менән балалар баҡсаһының уҡыу бүлмәләре урынлашҡан. Төп корпусҡа көнбайыш яҡтан ике ҡатлы ашхана һәм административ биналар терәлгән, икенсе яҡтан спорт залы һәм сисенеү бүлмәләре урынлашҡан.

Биләмәне төҙөкләндереү сиктәрендә төҙөүселәр асфальт түшәгән, йәшелләндергән, спорт һәм уйын ҡорамалдары, бәләкәй архитектура формалары ҡуйған. Төркөм майҙансыҡтарында, шулай уҡ уйын һәм спорт зоналарында хәүефһеҙ резина япма түшәлгән. Мәктәп менән балалар баҡсаһы тулыһынса заманса йыһазландырылған, унда һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балалар ҙа уңайлы шарттарҙа уҡый аласаҡ.

ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: Мәғариф һәм фән министрлығы.

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас