

Башҡортостанда коммерцияға ҡарамаған 40 ойошма дәүләт милкен ҡуртымға алған өсөн түләүҙән азат ителгән. Республиканың Ер һәм милек мөнәсәбәттәре министрлығы социаль йүнәлешле, коммерцияға ҡарамаған ойошмаларға был йәһәттән ярҙам күрһәтеүҙе дауам итә.
- Әлеге ваҡытта коммерцияға ҡарамаған 40 ойошма ҡуртымға алған өсөн түләүҙән азат ителде, ярҙам итеүҙең дөйөм күләме туғыҙ миллион һум тирәһе тәшкил итте. Пандемия шарттарына бәйле сикләүҙәр ваҡытында зыян күргән тармаҡтарға ярҙам итеү – өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙең береһе, - тип белдерҙе республиканың ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министры Наталья Полянская.
Дәүләт милкен ҡуртымға алған өсөн түләүҙән Әбйәлил, Балаҡатай, Йәрмәкәй, Иглин, Илеш, Ҡыйғы, Кушнаренко, Мәсетле, Учалы, Яңауыл райондарындағы, Өфө, Салауат, Стәрлетамаҡ, Октябрьский ҡалаларындағы халыҡты социаль хеҙмәтләндереү үҙәктәре, йәмәғәр ойошмалары, ассоциациялар, ойошмалар, союздар, фондтар, уҡыу үҙәктәре азат ителде. Был - Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указы нигеҙендә барлыҡҡа килгән “Демография” милли проектының төп бурыстарының береһе.
Был саралар Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың, коронавирус инфекцияһы таралыуын иҫәпкә алып, республика иҡтисадының тотороҡлолоғон нығытыу буйынса өҫтәмә саралар планына ярашлы үткәрелә. Социаль йүнәлешле, коммерцияға ҡарамаған ойошмалар 2021 йылдың 1 ғинуарынан 2021 йылдың 31 декабренә тиклем түләүҙән азат ителә.
Фото: expert.com
#ВладимирПутин #национальныепроекты #нацпроекты #региональныепроекты #регпроекты #нацпроектыБашкортостан