

Әбйәлил район инвалидтар йәмғиәте Рәсәй Президенты грантын алған һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр өсөн “Ағиҙел тулҡындарында” ял көнө туры” проектын тормошҡа ашырыуға йомғаҡ яһаны.
Мәғлүм булыуынса, былтыр Бөтә Рәсәй инвалидтар йәмғиәтенең Башҡортостан бүлексәһендәге Әбйәлил район ойошмаһы коммерцияға ҡарамаған ойошмалар араһында “Ағиҙел тулҡындарында” ял көнө туры” проектына 498,8 мең һумлыҡ грант отҡайны. Уның саралары быйыл уҙғарылды.
Быйыл июндән сентябргә тиклем Ағиҙел йылғаһы буйлап йәмғеһе һигеҙ тур ойошторолдо. Уларға 112 кеше, шул иҫәптән 80 инвалид, 32 ирекмән һәм медицина хеҙмәткәре йәлеп ителде. Йылға буйлап ағып төшөү барышында грант аҡсаһына һатып алынған туристик ҡулайламалар ҡулланылды.
Проектҡа йомғаҡ яһау сараһына турҙа ҡатнашҡандарҙың барыһы ла саҡырылды. Был көндә шулай уҡ һыу спорты төрҙәре, уҡ атыу буйынса ярыштар уҙғарылды.
Әбйәлил районы хакимиәтенең социаль үҫеш бүлеге начальнигы Вадим Ғафаров әйтеүенсә, был уникаль проект районда һыу туризмын үҫтереүгә булышлыҡ итә. Ул шулай уҡ Рәсәй Президенты Владимир путиндың май указы менән раҫланған “Демография” милли проекты маҡсаттарына һәм бурыстарына тап килә.
#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото: https://abzelil.com/news
Сығанаҡ: https://srk.nationalpriority.ru/press_releases/164154