

Дәүләкән ҡалаһы үҙәгендә төҙөкләндереү буйынса күләмле эш дауам итә. Былтыр “Үткәүел һыҙат: Дәүләкән урамдары ваҡыт үтеү менән” проекты бәләкәй ҡалаларҙа һәм тарихи биләмәләрҙә уңайлы ҡала мөхитеy булдырыу буйынса Бөтә Рәсәй конкурсында еңеп сыҡты. Быйыл иһә Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының “Уңайлы ҡала мөхитеy булдырыу” федераль проектына ярашлы уның саралары тормошҡа ашырыла башланы.
Йәмәғәт киңлектәрен үҙгәртеп ҡороу бер нисә ай дауам итә. Эш тамамланыуға яҡынлаша, ләкин ҙур һөҙөмтәләр әле үк күҙгә ташланып тора. Ҡыҙыл майҙан урамында велосипед юлдары һәм тротуарҙар барлыҡҡа килде, асфальт алмаштырылды. Әле М. Ғафури урамына асфальт түшәйҙәр, шулай уҡ йәш ағастар ултыртҡандар. Еңеү урамындағы аллеяла туҡталыш һәм сауҙа павильоны эшләп ҡуйғандар. Дим ярында ла эш дауам итә – бында ҡала халҡы һәм ҡунаҡтар өсөн ял зонаһы барлыҡҡа киләсәк.
#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото: https://davlekanovo.bashkortostan.ru/presscenter/news/400752/
Сығанаҡ: https://srk.nationalpriority.ru/press_releases/164283