

“Өҫтөнлөк-2030” стратегик академик лидерлыҡ программаһына ингән республика вуздарын финанслауҙың күләме артыуы ихтимал. Был турала бөгөн Хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров әйтте.
Быға тиклем конкурс һайлауы һөҙөмтәһе буйынса өс вузыбыҙ – Өфө фән һәм технологиялар университеты (берләштерелгән БДУ һәм ӨДАТУ), Башҡортостан дәүләт медицина университеты һәм Өфө дәүләт нефть техник университеты – 100 миллион һумлыҡ нигеҙ гранттары алыуға өлгәште.
2 октябрҙә Мәскәүҙә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров был программаның Совет ултырышында ҡатнашты. Уның сиктәрендә эксперт комиссияһы конкурс нигеҙендә гранттың махсус өлөшөн тәғәйенләне. Башҡортостан дәүләт медицина университеты 2022 йыл аҙағына тиклем өҫтәмә рәүештә – 426 миллион һум, Башҡорт дәүләт университеты менән Өфө дәүләт нефть техник университеты 142-шәр миллион һум аласаҡ.
– Был – беҙҙең вуздарҙың һәм педагогик коллективтың ҙур уңышы. Әлбиттә, беҙ ҙурыраҡ күләмле грантҡа өмөт иткәйнек, – тине Радий Хәбиров. – Мин Рәсәй Хөкүмәте һәм илдең Фән министрлығы етәкселеге менән һөйләштем. Әгәр университеттар ғилми программаларын сифатлы үҫтерһә, “Өҫтөнлөк-2030” программаһы буйынса финанслау артасаҡ. Киләһе йылда 2023-2024 йылдарға гранттарҙы арттырыуға ғариза бирәсәкбеҙ.
Был программа буйынса эшмәкәрлек ил Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған "Фән" милли проекты маҡсаттарына һәм бурыстарына яуап бирә.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.
ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан